Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ ҡалаһының химик предприятиелары араһында “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – иң яҡшыһы

Иҡтисад

Стәрлетамаҡ ҡалаһының химик сәнәғәт предприятиелары араһында  үткәрелгән иҡтисади  ярышта “Сода”  асыҡ акционерҙар йәмғиәте –  иң яҡшыһы, тип танылды. Финанс көрсөгө йоғонтоһона ҡарамаҫтан, производство – хужалыҡ  эшмәкәрлегенең төп  күрһәткестәре юғары кимәлдә һаҡланған.

– Беҙҙең предприятие етештергән кальцийланған сода стратегик сеймал булып тора. Уны ҡулланыу кимәле – иҡтисадтың дөйөм хәленең индикаторы тиергә була. Шуға ла төп күрһәткестәрҙе юғары кимәлдә тотоу беҙҙә ышаныс тыуҙыра, – ти “Сода”ның генераль директоры Сергей  Лобастов.

Иҡтисади ярышҡа йомғаҡлау яһағанда компанияларҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре  һәм күрһәткестәр  иҫәпкә алынды: сәнәғәт производствоһы индексы, экспорт күләме, инновацион продукция күләме, уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме динамикаһы, конкурстар, йәрминкәләрҙә ҡатнашыу.

Бөгөн был предприятие социаль тармаҡтың барлыҡ обьекттарын да һаҡлап алып ҡалған: ”Юлдаш” балалар сәләмәтләндереү үҙәге, “Сода” мәҙәниәт һарайы, “Содовик” физкультура –сәләмәтләндереү үҙәге,”Шиханы” ял итеү базаһы, “Ҡуш-тау” тау саңғылары базаһы, фельдшерҙар пункты, ғаилә дөйөм ятаҡтары. Компания мәктәптәргә, урта махсус уҡыу  йорттарына һәм балалар баҡсаларына шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.

“Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  матбуғат хеҙмәтененән хәбәр итеүҙәренсә, төрлө кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға түләүҙәр ғинуар –сентябрь эсендә ярты миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Уртаса эш хаҡы  – 17 638 һум һәм ул ваҡытында түләнә.

Теги: Сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть