9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2009 йыл, 12:36

Ишембай районы ауылдары араһындағы юлдар яҡшыртыла

автор: Эльвира Латыпова | фото: Минсельхоз РБ

Ишембай районының дүрт ауылын: Ҡолғона, Ҡалыуайры, Кәбәс һәм Ялтыран ауылдарын үҙ-ара ҡаты япмалы урман хужалығы юлы тоташтырасаҡ. Юл эштәре Урман планына ярашлы алып барыла. Юлдың оҙонлоғо – 26 километр.

Юл урман хужалығы, урман культуралары һәм янғынға ҡаршы эштәр, ағас ташыу өсөн тәғәйенләнгән.

Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яҡтарҙа әле булһа яҡшы юл юҡ. Унда егеүле транспортта йә вездеходта ғына үтерлек ине.

Киләһе йыл юл төҙөү дауам иттереләсәк. Ул Ишембай районының Ялтыран ауылынан Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылына тиклем һуҙыласаҡ. Унан һуң ауылдарҙы тоташтырыусы урман хужалығы тәғәйенләнешендәге юлдар тағы 24 муниципаль районда төҙөләсәк. Урман планы менән яҡындағы ун йылда 274 километр юл һалыу ҡаралған.