3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 12:08

Өфөлә спортты үҫтереү буйынса семинар-кәңәшмә үткәрелә

автор: Дмитрий Слезин

Бөгөн, 19 ноябрҙә, Өфөлә, БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, муниципаль берәмектәр хакимиәттәренең физик культура, спорт һәм туризм менән идара итеү органдары етәкселәре менән республика семинар-кәңәшмәһе үткәрелә.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинар-кәңәшмә барышында Башҡортостанда спорттың төп олимпия төрҙәрен үҫтереү, Башҡортостан инвалидтарының II комплекслы Спартакиадаһын һәм XVII ауыл спорт уйындарын һәм башҡа спорт сараларын үткәреү мәсьәләләре тикшереләсәк.

Семинар-кәңәшмәлә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Кинйә Күскилдин, шулай уҡ был ведомствоның бөтә бүлектәре начальниктары ҡатнашасаҡ.