8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2009 йыл, 11:52

Куйбышев тимер юлы йөк ташыуҙар күләмен арттыра

автор: Любовь Колоколова

10 айҙа Куйбышев тимер юлы тарафынан 48 миллион тонна йөк ташылды, был план күрһәткестәренән 0,9 процентҡа күберәк.

Ғинуар – октябрҙә Куйбышев тимер юлы станцияларынан 28 миллион тоннанан ашыу нефть һәм уны эшкәртеү продукттары оҙатылды, был магистралдә дөйөм йөк тейәп оҙатыу күләменең 58 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, өс миллион тоннанан ашыу химикаттар һәм сода, төҙөлөш йөктәре һәм сәнәғәт сеймалы, шулай уҡ ике миллион тонна ашлама ташылды.

Бөтәһе йыл башынан алып, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, йөктәрҙең ете номенклатура төркөмө буйынса тейәп оҙатыу күләме артыуы күҙәтелә.

Шуға ҡарамаҫтан, 2008 йылдың шул уҡ осорона ҡарата дөйөм йөк тейәп оҙатыу күләменең кәмеүе билдәләнә. Шулай ҙа йөк тейәүҙең ай һайын үҫә барыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, һуңғы бер нисә айҙа тейәү кимәле кәмемәй, ә уҙған ай күрһәткесенә ҡарата ике-өс процентҡа арта.

Башҡортостан бүлексәһе – Куйбышев тимер юлында иң ҙурҙарҙың береһе. Унан оҙатылған йөктәрҙең яртыһы тиерлек – Башҡортостандың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия предприятиелары продукцияһы.