8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2009 йыл, 11:27

Раил Сарбаев: «Киләһе аҙнала Башҡортостанға яңы самолеттар киләсәк»

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге баш ҡалаһы беҙгә тағы ла яҡынаясаҡ. Өфөнән 500 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан  Сибайға осоу ваҡыты 40 минуттан  артмаясаҡ.

18 ноябрҙә Башҡортостан Премьер-министры Раил Сарбаев  Чехиялағы  Куновица ҡалаһында урынлашҡан Аirсrаft Industriеs авиатөҙөлөш предприятиеһында булды. Башҡортостан делегацияһы завод акционеры вәкиле, “УГМК-Холдинг” йәмғиәтенең корпоратив мөнәсәбәттәр һәм махсус проекттар буйынса директоры Олег  Мелюхов, директорҙар советы рәйесе Павел Вах, заводтың генераль директоры Илона  Плшкова менән осрашты, заводты, шул иҫәптән йыйыу, әҙер продукция цехтарын, унда  республикаға оҙатыуға әҙерләнеүсе самолеттарҙы ҡараны.

— Беҙ яҡын арала республикабыҙға ҡайтарыласаҡ ике L-410 UVР-Е20 самолетын ҡараныҡ. Заманса авионика менән йыһазландырылған, осоу-техник күрһәткестәре яҡшы булған, файҙаланыуҙа ышаныслы, хеҙмәтләндереү һәм сервис яғынан ябай 19 урынлы  турбовинтлы һауа судноһы ул, — тине Премьер-министр.

L-410 UVР-Е20  самолеты Европа һәм Рәсәйҙә сертификатланған. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, самолеттың йыһазланышы уны төрлө һауа, географик һәм метеорологик шарттарҙа, яһалма һәм грунтлы ултырыу полосаларында файҙаланыу мөмкинлеге бирә.  Һуңғы сифаты транспортты тағы ла ҡулайыраҡ яһай, тип билдәләне Раил Сарбаев, сөнки уны санитария авиацияһы сифатында ла ҡулланырға мөмкин.

Премьер-министр әйтеүенсә, сәфәр барышында техниканы ҡабул итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйылған. Был аҙнала,  шәмбе көнө, беҙҙең техник белгестәр  Чехияға  уҡырға ебәреләсәк. Нефтекама һәм Сибай ҡалалары  аэропорттарының инфраструктураһы яңы төр самолеттарҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә, осоштар программаһы  төҙөлә.

Рейстар ойоштороу  республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүселәрҙең эшлекле әүҙемлеген күпкә күтәрәсәк, тип иҫәпләй Нефтекама ҡалаһы башлығы Олег Руденко.

— Беҙ Өфөгә генә түгел, Татарстан, Пермь, Удмуртияға осасаҡбыҙ. Бөгөн ун йылдан артыҡ  эшләтелмәгән аэропортты тергеҙеүгә әҙерләнәбеҙ, заманса навигация йыһаздары урынлаштырыласаҡ. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, аэропорт асыу 33 яңы эш урыны бирәсәк, — ти Олег Руденко.

Беренсе самолетты  ноябрҙә үк  ҡайтарыу планлаштырыла, ошо уҡ айҙа Сибайға беренсе рейс яһау ниәте бар.

Бынан тыш, Прагала Чехия банкылары етәкселеге менән осрашыуҙа Рәсәйгә самолеттар һатыу схемалары тикшерелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Чехияның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә теләге ҙур. Был уңайҙан  РФ транспорт министры Игорь Левитин менән осрашыу планлаштырылған, унда урындағы һауа линиялары үҫеше тураһында  һөйләшеү дауам итәсәк. Сәфәрҙә Чехияла етештерелгән самолеттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәген Башҡортостанда ойошторорға  тәҡдим ителде.