4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 10:12

Өфөлә “Балалар модаһы подиумы” төбәк фестивале асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

“Өфө уттары” күңел асыу комплексында 18 ноябрҙә “Балалар модаһы подиумы” төбәк фестивале сиктәрендә йәш рәссам-модельерҙарҙың коллекцияларын күрһәтеү ойошторолдо.

Быйыл традицион фестивалгә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Мәләүездән, Дүртөйлөнән, Күмертауҙан, Сибайҙан йәш мода күрһәтеүселәр йыйылды. Конкурс күрһәтеүенсә, ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла йәштәр матур итеп кейенергә, үҙҙәренә эксклюзив кейемдәр тегергә ярата. Мәҫәлән, ҡатнашыусылар исемлегендә Ҡалтасы районының Красный Холм ауылынан йәш кутюрьелар бар.

Быйыл тәүге тапҡыр фестиваль республиканан ситкә сыҡты. Күрһәтеүҙе Ульяновскиҙан ҡунаҡтар асты. Улар “Ҙур тәнәфес” номинацияһында шаян коллекция күрһәтте. Йәш модельерҙар үҙ ижади һәләттәрен бөтәһе өс номинацияла – “Ҙур тәнәфес”, «Каламбур», «Палитра» – күрһәтә алды.

Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ йәш моделдәрҙең «Фотомодель-2009», «Премьера-2009»  мисы», «Йыл джентльмены»  конкурстары үтәсәк.

— Беҙ, быйылғы фестиваль мода донъяһында яңы йондоҙсоҡтар ҡабындырыр, тип ышанабыҙ, — тине  «Премьера» моделдәр мәктәбе директоры Ирина Ковалева. – Ә приз сифатында еңеүсегә рекламала төшөүгә контракт тапшырыласаҡ.

Фестиваль ике көн дауам итәсәк һәм бөгөн, 19 ноябрҙә, призерҙарҙың исемдәре иғлан ителәсәк.

темалар: мода