4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 9:38

Параолимпия уйындарында ҡатнашыусы башҡорт спортсыларын Рәсәй Президенты бүләкләне

автор: Дмитрий Слезин

Мәскәүҙә, Бөйөк  Ватан һуғышы Үҙәк  музейының  Дан залында, Пекинда үткән 2008 йылғы параолимпия  Йәйге уйындары  еңеүселәре һәм призерҙарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡорт спортсылары ла миҙал һәм ордендарға лайыҡ  булды.

Дуҫлыҡ Ордены  менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры  Олег Крецул, Почет Ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры  Оксана Савченко, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Ильдар Помыкалов, Елена Паутова һәм Андрей Строкин  икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”  орден миҙалдары менән наградланды.

Орден һәм миҙалдарҙы ташырыусы РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры  Виталий  Мутко былай тине:

– Параолимпия уйындарында  уңышлы сығыш яһау менән ҡотлайым. Дөйөм команда иҫәбендә унлыҡҡа инеү, 18 донья рекорды ҡуйыу  артыҡ һүҙҙәр талап итмәй. Бөгөн беҙ һәр бер кешегә тиң шарттар булдырыу,  параолимпия спортына мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәр береһе килә алһын өсөн тырышабыҙ. Мәҫәлән, Тула өлкәһенең Алексин ҡалаһында параолимпия спортының махсуслаштырылған базаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был комплекста 200 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана, боҙ комплексы, 50 метрлыҡ  йөҙөү бассейны, күп функциялы спорты залынан торасаҡ. Комплекс киләһе йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тәүге сираты, шул иҫәптән, боҙ комплексы, эшләй. Бынан тыш, параолмпия уйындары спортсыларын әҙерләү өсөн башҡа федераль базалар ҙа – “Түңәрәк күл”, Новгорск, Сочи –  асыҡ буласаҡ.  Мәскәү өлкәһендә лә спортсылар өсөн  база төҙөү ҡаралған. Дөйөм алғанда, спортсыларҙың Параолимпиаданың Йәйге һәм Ҡышҡы уйындары программалары буйынса шөғөлләнеүе  өсөн ҡулдан килгәндең  барыһын да эшләйәсәкбеҙ.