3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 17:26

Дыуан районында “Матбуғат байрамы” үтте

автор: Любовь Колоколова

2010 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ваҡыт аҙ ҡала. Бөтә республика буйлап гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында ла “Матбуғат байрамы” уҙғарылды.

Байрамда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзы, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле муниципаль райондары хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ республика гәзит һәм журнал редакцияларының баш мөхәррирҙәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар ҡатнашты.

Район мәҙәниәт йорто фойеһында республика баҫмалары күргәҙмәһе ойошторолдо. Ошонда уҡ “Китап” нәшриәте продукцияларын һатып алырға, гәзит һәм журналдарға яҙылып, приз оторға мөмкин булды.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға Дыуан районының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында видеофильм күрһәттеләр. Уҡыусылар алдында республика баҫмалары мөхәррирҙәре сығыш яһаны. Улар үҙ баҫмаларының спецификаһы, яңы рубрикалар һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла, хәҙер балаларҙа һәм йәштәрҙә уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү айырыуса мөһим, тигән фекер белдерҙе. Декабргә планлаштырылған саралар – “Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы” һәм “Милли матбуғат аҙналығы” – быға булышлыҡ итергә тейеш тә.