3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 16:40

Рәсәйҙең нефть-газ химияһы тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

17 ноябрҙә  Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Түбәнге Кама ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән “Рәсәйҙә газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса саралар тураһында” мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Унда нефть һәм газ химияһы сәнәғәтенең технологик кимәлен күтәреү, тармаҡта дәүләт менән бизнестың үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре, шулай уҡ тейешле продукция баҙарын монополияға ҡаршы көйләү проблемалары тикшерелде.

Владимир Путин, донъя кимәлендә сей нефть экспортының 9-10 процентын Рәсәй тәьмин итә, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта, полимер кеүек, эшкәртелгән юғары технологиялы продукт экспортында уның өлөшө 1 проценттан да кәмерәк тәшкил итә. Һәм киреһенсә,  нефть химияһы продукцияһын эске ҡулланыуҙың өстән бер өлөшөнән ашыуы импортҡа тура килә.

— Ябайлаштырып әйткәндә, беҙ ябай сеймал һатабыҙ, ә һуңынан сит илдәрҙән әҙер продукт һатып алабыҙ, күп осраҡта үҙебеҙҙең үк сеймалдан етештерелгәндер әле, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин.

Владимир Путин хәлде үҙгәртергә саҡырҙы. Ул, ватан нефтехимияһының мөһим бер өҫтөнлөгө бар – Рәсәй нефтехимияһы уникаль сеймал базаһына эйә, тип иҫәпләй. Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, дәүләт ярҙамына “ныҡлы аяҡҡа баҫҡан һәм конкуренцияға һәләтле компаниялар” ғына иҫәп тота ала.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе нефть эшкәртеү производстволарына сеймалды килтереү хаҡтары, сроктары һәм күләмдәре тураһында килешеүҙәрҙең үтәлеүен күҙәтеүгә алырға ҡушты. Шулай уҡ Владимир Путин тармаҡты ҡайтанан йылдам техник ҡоралландырыу, инновацияларҙы киң индереү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.

Илдең нефть-газ химияһы сәнәғәтендә эштәрҙең торошо тураһындағы мәсьәлә буйынса Башҡортостан Президенты ла үҙ фекерен белдерҙе. Мортаза Рәхимов, был тармаҡ Рәсәй иҡтисадының мөһим өлөшө булып тора һәм илдең киләсәге уны уңышлы үҫтереүгә бик ныҡ бәйләнгән, тип билдәләне. Республика башлығы, Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика  комплексын яңыртыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Үҫеш стратегияһы, беренсе сиратта, инновацион эшмәкәрлекте әүҙемләштереүгә, яңы производстволар һәм яңы продукция төрҙәре үҙләштереүгә, булған ҡеүәттәрҙе эш менән тәьмин итеүгә, предприятиеларҙы һәм уларҙың структура подразделениеларын реформалаштырыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәйҙең газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

— Актуаль һәм эшлекле һөйләшеү алып барылды. Нефтехимия сәнәғәте кеүек, илдең мөһим тармағын артабан үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, — тине Мортаза Рәхимов.