9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2009 йыл, 16:19

“Аҡ шәшке” юбилей конкурсы Өфөлә 21-23 ноябрҙә үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

“Аҡ шәшке” эстрада йырҙары асыҡ ҡала конкурсы Өфөлә 21-23 ноябрҙә үткәреләсәк. Ижади бәйгенең ойоштороусыһы — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең  мәҙәниәт һәм сәнғәт  буйынса идаралығы – конкурсты БР Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнаған.

Өфө хакимиәте  мәҙәниәт һәм сәнғәт  буйынса идаралығының баш белгесе Наталья  Маякова хәбәр итеүенсә, конкурста ижади үҙешмәкәр коллективтар – вокал  ансамблдәре,трио, дуэттар һәм 23 йәшкә тиклемге вокалсылар – ҡатнаша ала. Мини- йәки СД дискыла яҙылған  сифатлы фонограммаларҙың булыуы конкурста ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт булып тора.

– Конкурс башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалыуға ҡарамаҫтан, заявкалар һаман килә әле, – тип һөйләй Наталья Григорьевна. – Бөгөн уларҙың һаны 200-ҙән ашып китте, ә ҡатнашыусыларҙың һаны 400-гә яҡынлашып килә. Быйыл беҙҙең конкурста республиканың икенсе ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән   ҡатнашыу теләге белдерҙеләр. Мәҫәлән,  “Аҡ шәшке -2009” бәйгеһендә Силәбе, Аша, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларынан йырсылар ҡатнашыуы хәл ителгән мәсьәлә. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн жюри ағзалары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре  үткәреләсәк. Еңеүсе ижади  фестивалгә барыу хоҡуғына эйә буласаҡ, ә лауреаттар дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.

“Аҡ шәшке” конкурсы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Уның беренсе туры –  21ноябрь, икенсеһе – 22 ноябрь була. Гала-концерт 23 ноябрь үтә.

темалар: Конкурстар