7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2009 йыл, 15:25

Александр Овчинников – Башҡортостан буйынса йәмәғәт именлеге милицияһы етәксеһе

автор: Лия Нәғимова

Башҡортостан Республикаһы  Эске эштәр министры урынбаҫары –

йәмәғәт именлеге милицияһы етәксеһе вазифаһына РФ Президентының ағымдағы йылдың 10 ноябрендәге ҡарары менән  милиция полковнигы Александр Овчинников тәғәйенләнде. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Александр Дмитриевич Овчинников 1959 йылдың 27 ғинуарында Мишкә районының Рус-Байбәк  ауылында тыуған. 1987  йылда  – Башҡорт дәүләт университетын, 1999 йылда – Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Идара итеү академияһын тамамлаған.

Эске эштәр органдарында 1980 йылда Өфө ҡалаһы Киров районы башҡарма комитеты Эске эштәр бүлегенең тәьмин итеү хеҙмәтендә милиционер-водитель булып хеҙмәт итә  башлай. 1996 йылдың майында  Өфөнөң  Дим районы буйынса Эске эштәр бүлеге етәксеһе итеп үрләтелә. 2002 йылда  идаралыҡ начальнигы урынбаҫары — Өфө  буйынса Эске эштәр идаралығы йәмәғәт именлеге милицияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдан, әлеге вазифаға тәғәйенләнгәнсе,  Эске эштәр министрлығының БР буйынса йәмәғәт  тәртибен тәьмин итеү идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.