10 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 14:57

Энергетика өлкәһендә дөйөм Рәсәй конкурсында еңеүселәр

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт нефть техник университетының йәш ғалимдары энергетика өлкәһендә йәштәр тикшеренеү проекттарының “Йәшлек энергияһы-2009” алтынсы дөйөм Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәште. Конкурс 2004 йылдан “Глобаль энергия” фонды тарафынан үткәрелә һәм уның йәштәр программаһының мөһим өлөшө булып тора.

Евгений Николаев, Виталий Афанасенко, Евгений Боев һәм Ришат Шириязданов нефть продукттарын компаундлау өсөн энергияны экономиялаусы аппараттар конструкциялары эшкәрткән өсөн билдәләнде. Иң яҡшы инновацион проекттарҙы “Глобаль энергия” премияһын биреү буйынса халыҡ-ара комитет тарафынан төҙөлгән махсус эксперт комиссияһы һайлап алды.

Дәртләндереү сифатында “Глобаль энергия” фонды был конкурста еңеүселәргә ғилми тикшеренеүҙәрен һәм эшкәртмәләрен дауам иттереү өсөн гранттар биреүе иғтибарға лайыҡ. Быйыл һәр гранттың суммаһы 480 мең һум тәшкил итә. Еңеүселәр шулай уҡ дипломдар һәм махсус приздар аласаҡ.

Наградаларҙы тапшырыу 10 декабрҙә Санкт-Петербургта үткәрелә. Бынан тыш, “Йәшлек энергияһы” конкурсы лауреаттары күренекле ғалимдар — халыҡ-ара “Глобаль энергия” энергетика премияһы лауреаттары Конторович һәм Сполдинг (Великобритания) менән бергә Бөтә Рәсәй йәштәр инновацион Конвентында ҡатнашасаҡ.

темалар: Конкурстар