4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 14:25

“Туймазы быялаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – ышаныслы тәьмин итеүсе

автор: Ғәлиә Нәбиева

“Туймазы быялаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – ышаныслы тәьмин итеүсе. Сифат менеджменты системаһын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса предприятиеға ошо категория бирелде. Тикшереү  “Фармстандарт–УфаВИТА” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һорауы буйынса үткәрелде.

Уның һөҙөмтәләре буйынса ”Тәьмин итеүсенең договор (контракт) талаптарын үтәү һәләтлеге тураһында  килешеү”гә ярашлы предприятиеға  “А” ( ышаныслы тәьмин итеүсе) категорияһы бирелде. Предприятие,  ИСО 9001-2008 халыҡ-ара стандарттарына һәм  ҡулланыусының – “Фармстандарт –УфаВИТА”  асыҡ  акционерҙар йәмғиәтенең төп талаптарына  яуап бирә, тип билдәләнде.

темалар: Сифат