5 декабрь, Дүшәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 14:13

Мортаза Рәхимов AGCО корпорацияһы вице-президенты Хубертус Мюльхойзер менән осрашты

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

18 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов AGCО корпорацияһы вице-президенты Хубертус Мюльхойзер менән осрашыу үткәрҙе.

Һүҙ бында AGCО компанияһының «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән артабанғы хеҙмәттәшлек итеү пландары тураһында барҙы. Унда быйыл «Челленджер-647» иген йыйыу комбайндарын сығара башланылар.  Йыл аҙағына тиклем республика ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн 20 техника берәмеге йыйыласаҡ.

— Беҙ берлектәге ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа өлгәшелгән уңыштар менән ҡәнәғәтбеҙ. Президент менән бөгөнгө осрашыуҙа беҙ мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтереү, ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙе арттырыу кәрәклеге тураһында һү алып барҙыҡ, — тине Хубертус Мюльхойзер журналистарға осрашыу аҙағында. – Хәҙер беҙ локалләштереү процесын башлайбыҙ, йәғни узелдарҙың күбеһен республикала йыйырға ниәтләйбеҙ. Беҙ «НефАЗ» менән бергә баҫыуҙарға тәүге комбайндарҙы сығарыуға өлгәшеүебеҙгә шатбыҙ. Был техника уңыш-2009-ҙы урып йыйыуҙа уңышлы файҙаланылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара AGCO корпорацияһына ингән Италияның LAVERDA заводы деталдәрҙең йыйылма комплектын ебәрә. "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәтендә комбайндар йыйыла һәм һатыуға әҙерләнә.  Яңы производствоға алты мең квадрат метр майҙан бүленгән. Был участка корпорация тарафынан талап ителгән юғары техник һәм эстетик талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Бер йылда завод алты йөҙ комбайнға тиклем йыя ала.

AGCO корпорацияһы менән "Нефтекама автозаводы" араһында "НефАЗ" базаһында "Челленджер 647" комбайндарын ябайлаштырылған йыйыуҙы ойоштороу өсөн ҡорамалдар һәм айырым компоненттар ебәреүгә контрактҡа быйыл июль айында ҡул ҡуйылғайны.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Европаның ҙур компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү заводта 600-ҙән ашыу өҫтәмә эш урыны булдырырға һәм етештереүҙе киңәйтеүҙе дауам итергә мөмкинлек бирҙе. Локалләштереү процесы деталдәрҙең 70 процентҡа тиклемен “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәтендә һәм республиканың бер нисә предприятиеһында етештереүҙе күҙ уңында тота.

Бөгөнгө осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров һәм "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәиф Маликов ҡатнашты.