11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 14:00

Башҡортостанда удмурт йәштәр ойошмаһы ойошторола

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәге ҡарамағында удмурт йәштәр ойошмаһы булдырыласаҡ. Яңы Тәтешле мәҙәниәт йортонда яңыраҡ ойошторолған Бөтә Рәсәй фин-уғыр халыҡтарының  йәштәр ассоциацияһы рәйесе, “Удмурт кешен” ассоциацияһы вице-президенты Татьяна Ишматованың башҡорт удмурттары активы менән осрашыуында уны ойоштороу буйынса инициатив төркөм барлыҡҡа килде.

“Яңы Тәтешле” тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Лиана Минемөхәмәтова хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа республиканың  Тәтешле, Калтасы һәм Янауыл райондары вәкилдәре ҡатнашҡан.  Уларҙың барыһы ла  Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәге ҡарамағында удмурт йәштәр ойошмаһын булдырыуҙы тулыһынса хуплаған. Ойошмаға  рәсми статус биреү өсөн декабрь аҙағында йәки ғинуар башында раҫлау конференцияһы үткәреү кәрәк буласаҡ. Конференцияға әҙерлек башланды ла инде, ойоштороу мәсьәләләре менән Лиана Минемөхәмәтова һәм информатика уҡытыусыһы Алексей Бәҙрисламов шөғөлләнә.

Татьяна Ишматова яңы ойошма асыу менән ҡәнәғәт булыуын һәм “Удмурт кенеш” уға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

темалар: Милли сәйәсәт