Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан ашыуы профсоюздар эшенән ҡәнәғәт

Сәйәсәт

Республика предприятиеларының һәр икенсе хеҙмәткәре үҙ хоҡуҡтарын яҡлағанда профсоюзға мөрәжәғәт итә. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был мәғлүмәттәр Өфө ҡалаһының Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты тарафынан үткәрелгән социологик һорау алыу һөҙөмтәһендә алынды.

Һорау алыу профсоюз ойошмаларында хеҙмәткәрҙәрҙең ихтыяждарын объектив баһалау маҡсатында 2009 йылдың сентябренән октябренә тиклем осорҙа үткәрелде. Дөйөм алғанда, 150 кешенән һорау алынды – нигеҙҙә, 40 йәшкә тиклемге юғары һәм урта махсус белемле кешеләрҙән.

Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең күбеһе – 83 проценты үҙ предприятиеһындағы профсоюз эшмәкәрлеге һәм ул шөғөлләнгән мәсьәләләр спектры тураһында хәбәрҙар. Әммә хеҙмәткәрҙәрҙең 54 проценты ғына үҙ хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлағанда профсоюзға мөрәжәғәт итеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй. Респонденттарҙың 58 процентҡа яҡыны үҙ профсоюз ойошмаһының эшен һөҙөмтәле тип баһаланы, 67 проценты, бөгөнгө уртаса статистик профсоюз хеҙмәткәре етерлек компетентлы һәм әҙерлекле түгел, был профсоюздарҙың абруйы юғары булмауының төп сәбәптәренең береһе булып тора, тип иҫәпләй.

Һәр икенсе яуап биреүсе, бөгөн кадрҙарҙы ентекле һайлап алыу, уҡытыу һәм профсоюз хеҙмәткәренең социаль статусын күтәреү юлы менән профсоюз хеҙмәткәрҙәренең профессионализмын яҡшыртырға кәрәк, тигән фекер яҡлы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть