7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2009 йыл, 11:58

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сафтары тулыланды

автор: Эльвира Латыпова

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы ултырышында ғинуар-сентябрҙәге эшкә йомғаҡ яһалды һәм ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде.

Рәсәй һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палаталарына һигеҙ яңы ағза ҡабул ителде. Улар араһында – бер коммерция булмаған ойошма, бер дәүләт белем биреү учреждениеһы, бер акционерҙар йәмғиәте һәм биш сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәт.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл башынан алып палатаға 40-тан ашыу предприятие ҡабул ителгән. Дөйөм алғанда, бөгөн унда 800 предприятие һәм ойошма иҫәпләнә.