3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 11:07

Венер Ғәлиев хәрби самбо буйынса икенсе тапҡыр донъя чемпионы булды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Венер Ғәлиев хәрби самбо буйынса икенсе тапҡыр донъя чемпионы булды. Был титулды ул күптән түгел Грецияның Салоники ҡалаһында үткәрелгән йыһан беренселегендә яуланы. "Башинформ" агентылығында үткән матбуғат конференцияһында БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының спорт һәм олимпия резервын әҙерләү бүлеге начальнигы Василий Жирнов һөйләүенсә, Өфө аэропортында Венерҙы күп халыҡ ҡаршы алды, улар араһында күҙҙәре янып торған малайҙар ҙа бар ине.

— Улар һоҡланыуҙарын йәшермәй: “Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм һиңә тиңләшергә тырышасаҡбыҙ!”, — тинеләр.

Венер Ғәлиевты ысынлап та ысын батыр тип иҫәпләргә мөмкин, ул икенсе йыл рәттән хәрби самбоның юғары баҫҡысына үҙенән-үҙе юл яра бит. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Санкт-Петербургта уҙған донъя чемпионатында ул беренсе тапҡыр донъя “алтын”ын яуланы.

БР Хәрби самбо федерацияһы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ринат Ғафаров әйтеүенсә, Венерға хас һыҙат – ысын мәғәнәһендә ватансылыҡ.

— Ярыштарҙа ул милли кейемдә, йә милли баш кейемендә, йә булмаһа арҡаһына “Башҡортостан” тип яҙылған спорт костюмында сыға. Ҡайһы берәүҙәр уны “Башҡорт” тип йөрөтәләр.

Конференцияла ҡатнашыусылар бер тауыштан, Ғәлиевтың өлгөһө республикала самбоны, атап әйткәндә, уның хәрби төрөн үҫтереүгә булышлыҡ итә ала, тип раҫланы.

— Самбоны беҙҙең милли спорт төрө тип атарға мөмкин, Владимир Путин үҙе был төрҙә мастер бит. Шуға күрә уны олимпия төрө итеп яһау тураһында уйланырға мөмкин, — тине Василий Жирнов. – Республикала беҙ самбоны үҫтереү өсөн бик күп эшләйбеҙ. Хәҙер 13 бүлексә булдырылған, унда 30 тренер эшләй. Быйыл мастерлыҡҡа 16 кандидат, ике спорт мастеры һәм бер халыҡ-ара спорт мастеры әҙерләнде.

Матбуғат конференцияһы барышында Василий Жирнов тантаналы рәүештә Венер Ғәлиевҡа Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры танытмаһын тапшырҙы.

Ринат Ғафаров әйтеүенсә, хәрби самбо әлеге ваҡытта Балтик буйында үҫешкән. Шуға күрә лә Венер 74 килограмға тиклем ауырлыҡта икенсе йыл рәттән эстон Александр Федоров һәм литвалы Виктор Томашевич менән көс һынашты. Был юлы Томашевич ярым финалда еңелде.

Ғәлиев әйтеүенсә, финал бик ауыр бирелгән. Осрашыу дебютында уҡ Федоров бер нисә яҡшы алым ҡулланып, иҫәпте 8:0 яһай. Әммә ул еңеренә бик иртә ышана, һәм Венер алыш барышын үҙгәртеп, һөҙөмтәлә 16:11 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшә.

Венер Ғәлиевтың яҡын аралағы сығышы – “Чемпиондар алышы-IV” Мәскәү супертурниры, унда бер төрҙән ярыштың 13 төрөндә иң көслө көрәшселәр сығасаҡ. Венер хәрби самбола 2009 йылғы Европа чемпионы немец Пауль Ленингка ҡаршы Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.

Венер өсөнсө донъя титулы өсөн көрәшергә, шулай уҡ йәштәрҙе был спорт төрө менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу өсөн үҙенең тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта мастер-класс бирергә әҙер.

темалар: хәрби самбо