8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2009 йыл, 10:44

Башҡортостанда халыҡ-ара банкылары менән хеҙмәттәшлек киңәйә

автор: Ольга Горюнова | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһының төбәктәр үҫеше департаменты башлығы Бруно Бальванер менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер –министры урынбаҫары, республиканың финанстар минитры Айрат Ғәсҡәров,Волга буйы федераль округы буйынса Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһының вәкиллеге башлығы Михаэль Хоффман ҡатнашты.

Осрашыу барышында Өфө ҡалаһы территорияһындағы етештереү-технологик комплекстың үҫешен инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү һәм “Өфө” халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауҙың инвестиция проекттарын финанслау мәсьәләләре тикшерелде. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә йылылыҡ селтәрҙәрен, ҡаҙанлыҡтарҙы, канализацияны, һыу хужалығы объекттарын реконструкциялау һәм киңәйтеү, шулай уҡ республиканың агросәнәғәт секторына ярҙам күрһәтеү кеүек өлкәләрҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын файҙаланып проектты финанслауҙа банкының ҡатнашыуы мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелде.

Бальванер әфәнде билдәләүенсә, илдең башҡа төбәктәре иҫәбендә Башҡортостан да, ҙур территориялы һәм халыҡ күп йәшәгән төбәк булараҡ, банкыла ҡыҙыҡһыныу уята. Уныңса, республиканың әүҙем үҫеүсе иҡтисады ла ҙур киләсәккә эйә.

Хеҙмәттәшлек, тәү сиратта, ҡала һәм райондар инфраструктураһы, бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү, тоннель күпер юл үткәргестәре һәм транспорт сиселештәре һәм башҡалар төҙөлөшө өлкәһендә үҫәсәк.  Хеҙмәттәшлектең  тәүге һөҙөмтәләре  2010 йылдың беренсе  яртыһында  уҡ  күренәсәк.