6 декабрь, Шишәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 10:30

Республиканың йәш лидерҙары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулау өсөн көрәшә

автор: Эльмира Сабирова

Ярославль ҡалаһында башланған “XXI быуат лидеры” Бөтә Рәсәй конкурсы финалына Башҡортостан вәкилдәре лә сыҡты. Үҙҙәренең йәш категорияларында Глеб Савельев (14-18 йәш), Татьяна Бойко (19-25), Екатерина  Крючкова (26-30) һәм Мария Хлюстова (йәше сикләнмәгән) сығыш яһаясаҡ. Улар үҙҙәренең социаль проекттарын  яҡларға,  төрлө темалар буйынса ойошторолған әңгәмәләрҙә һәм “Мин һәм минең ойошма” күргәҙмәһендә ҡатнашырға тейештәр.

Конкурсҡа  илебеҙҙең 50 төбәгенән барлығы 200 ҡатнашыусы йыйылған. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, конкурс РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин раҫлаған Йәштәр йылы сиктәрендә үтә һәм граждандар йәмғиәтенең  балалар- йәштәр секторы Рәсәй Федерацияһы үҫешенә индергән өлөшөн таныу маҡсатында үткәрелә.

Уның ойоштороусылары – РФ Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм  Ярославль ҡалаһы хакимиәте.  

темалар: Конкурстар