3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 9:57

Илеш районында йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе асылды

автор: Эльмира Сабирова

Илеш районында республикала унынсы йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе асылды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, йыл  ағымында бөтә төбәк буйынса ошондай ун  белем биреү үҙәге асыу планға индерелгәйне. Өфө,Күмертау,Ишембай,Октябрьский,Нефтекама, Сибай,Туймазы ҡалаларында эшләгән үҙәктәрҙә бөгөн юғары курс студенттары һәм йәш бизнесмендар белемдәрен камиллаштыра.

Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәптәрен асыу БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы инициативаһы булып тора.

Илеш районының йәш эшҡыуарҙарына  Өфө менеджмент институты уҡытыусылары  бизнесты планлаштырыу нигеҙҙәрен, бизнесты  ойоштороу  һәм документацияны алып барыу тәртибен өйрәтәсәк.

Мәктәп баҙар иҡтисады шарттарында йәштәрҙең эшлекле әүҙемлегенә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә һөнәри йүнәлешкә  булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Яңы асылған мәктәптә Илеш районының халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусы 35 йәш кеше белем аласаҡ. Йыл аҙағына тиклем  республиканың Бөрө һәм Салауат ҡалаларында ла бизнес- үҙәктәр асылырға тейеш.

темалар: Йәштәр