4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 9:53

Түбәнге Камала кәңәшмә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Раиф Бадыков

17 ноябрҙә  Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында “Рәсәйҙә газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса саралар тураһында” кәңәшмә үтте. Унда башҡа төбәктәр етәкселәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.

Кәңәшмәне Волга буйы федераль округы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Түбәнге Камаға килгән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе.

Кәңәшмәлә РФ субъекттары етәкселәре менән бергә федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, нефть һәм газ химияһы сәнәғәте предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Унда нефть һәм газ химияһы сәнәғәтенең технологик кимәлен күтәреү, тармаҡта дәүләт менән бизнестың үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре, шулай уҡ тейешле продукция баҙарын монополияға ҡаршы көйләү проблемалары тикшерелде.

Химия комплексы Рәсәй сәнәғәтенең төп сегменты булып тора: эшкәртеүсе производстволар етештергән тауарҙар күләмендә уның өлөшө 10,2 процент тәшкил итә. Химия продукцияһының 80 проценты самаһы углеводород сеймалы – нефть, тәбиғи газ һәм газ конденсаттары нигеҙендә етештерелә. Әммә нефть һәм газ химияһы продукцияһы баҙарында Рәсәйҙең тотҡан урыны уның нефть һәм газ табыу өлкәһендәге алдынғы позицияларына тап килмәй.

Химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ көрсөккә ҡаршы саралар контексында РФ Хөкүмәте нефть һәм газ химияһы комплексы предприятиеларын яҡлау буйынса ҡайһы бер ҡарарҙар ҡабул итте. Тармаҡ өсөн, төҙөлөш һәм юғары технологиялы сәнәғәт производствоһы, шул иҫәптән автомобилдәр эшләү, оборона-сәнәғәт комплексы кеүек, нефть-газ химияһы комплексы продукцияһын төп ҡулланыусыларға дәүләт ярҙамы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Был мәсьәләләрҙе тикшереү республикабыҙ өсөн айырыуса мөһим, сөнки нефть һәм газ химияһы предприятиеларының эше Башҡортостандың иҡтисади именлек нигеҙҙәренең береһе булып тора.