5 декабрь, Дүшәмбе

18 ноябрь 2009 йыл, 9:29

Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы көрәш саралары билдәләнде

автор: Николай Ермоленко

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда  “Наркоманияны иҫкәртеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм наркоманияға ҡаршы ҡануниәтте камиллаштырыуҙың көнүҙәк проблемалары” тигән парламент тыңлауҙары үтте. Уның эшендә РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республиканың башҡарма власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, уҡыу йорттары етәкселәре, йәштәр, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, Рәсәй  һәм Башҡортостандың әйҙәүсе ғалимдары ҡатнашты.

Ултырышты  БР Дәүләт  Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Рәсәй  Наркотиктарҙың әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәтенең  Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ начальнигы В.И. Кокин республикала наркоманияға бәйле хәлдең социаль-криминоген хәленә анализ яһаны һәм  төрлө алымдар ҡулланып уны булдырмау һәм ҡыҫҡартыу юлдарын бергәләп хәл итергә саҡырҙы.

Уның һүҙҙәре буйынса, наркомания бөгөн дәүләттең иң киҫкен проблемаларынан һанала һәм әле булһа кире тенденцияларҙы һаҡлап килеүен дауам итә. Уны ҡулланыу  һаулыҡҡа һәм кеше  именлегенә зыян килтерә, коррупция, экстремизм, терроризм һәм ойошҡан енәйәтселектең үҫеүенә булышлыҡ итә, йәмәғәт тәртибен боҙа, дәүләттең иҡтисади, социаль һәм мәҙәни нигеҙен емерә.

Һуңғы ун йыл эсендә Рәсәйҙә наркомандар һаны үҫә һәм дөйөм халыҡтың ике процентын тәшкил итә. Иң ҡурҡынысы – наркоманияға  йәштәр, үҫмерҙәр ылыға.

Республикала  Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда наркоманияға бәйле хәл әлеге ваҡытта күпкә яҡшыраҡ, сөнки наркотиктарға ҡаршы федераль, республика һәм муниципаль программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа республикала  наркомандар  һаны арта, наркотик ҡулланыусыларҙың йәше йәшәрә. Башҡортостандың  эре ҡалаларында  ғына  түгел,  хатта бәләкәй ауылдарҙа ла наркотиктарға һорау арта.  

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе  Зөфәр Сафин наркотиктарға ҡаршы ҡануниәтте камиллаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә туҡталды.

РФ Наркотиктарға  ҡаршы дәүләт аппараты комитеты етәксеһе урынбаҫары — координацион-аналитик идаралыҡ начальнигы Анатолий  Петренко Рәсәй Федерацияһында  наркотиктарҙың  законһыҙ   әйләнешенә  ҡаршы  көрәшеү юлдары хаҡында һөйләне.

Башҡортостан  Республикаһы буйынса эске эштәр министры Игорь  Алешин: “Наркомания һәм наркотиктарҙың  законһыҙ әйләнеше менән көрәшеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” тигән сығышында  республика  хоҡуҡ  һаҡлау  органдары тарафынан һуңғы йылдарҙа күп кенә  наркоманияға ҡағылышлы енәйәттәр асыҡланыуын билдәләп үтте һәм киләсәктә лә был тәңгәлдә эш алып барыласаҡ тигән ышаныс белдерҙе.