Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Махсус күргәҙмәлә Яңы йыл бүләктәре өсөн төргәктәр тәҡдим ителә

Иҡтисад

Яңы йылға тиклем алыҫ әле, ә бөгөн Өфөлә асылған “ПродУрал. Төргәк-2009”  XV Төбәк-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың экспозицияларында байрам һулышы тойола. Өфө компаниялары ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән экспоненттар ҙа балаларға Яңы йыл бүләктәре, шулай уҡ туғандарға һәм дуҫтарға презенттар өсөн сағыу һәм төрлө төргәктәр тәҡдим итә.

Тәүге тапҡыр был күргәҙмәлә бынан ун йыл элек Өфө эшҡыуары Ирина Иванова асҡан “Байрам өсөн төргәк” магазины ҡатнаша. Үҙ күргәҙмә майҙансығында ул Яңы йыл бүләктәре өсөн төргәктәргә төп баҫым яһай. Шуға күрә лә уның стенды эргәһенән көн буйына кеше өҙөлмәй. Күмәртәләп һатып алыусыларға уңайлы булһын өсөн Ирина Иванова быйыл йәй тармаҡта беренсе интернет-магазин асҡан, ул һатыусыларҙың эшен күпкә еңеләйтә һәм сауҙа залында урынды экономиялай.

Ә күптән түгел Ирина Иванова тағы ла бер үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – биналарҙы һауа тултырылған шарҙар менән биҙәү буйынса өйрәтеү семинары үткәрҙе. Баҡһаң, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында был нескә, шатлыҡ бүләк итеүсе оҫталыҡҡа өйрәнергә теләүселәр байтаҡ икән. Эшҡыуарҙың планында – Өфөлә һауа шарҙары фестивале үткәреү, уға ул исем дә уйлап тапҡан – “Тылсымлы бала саҡ донъяһы”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть