7 декабрь, Шаршамбы

17 ноябрь 2009 йыл, 15:52

Мортаза Рәхимов нефть-газ тармағын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнаша

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

17 ноябрҙә Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Рәсәйҙә газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса саралар тураһында” мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрә.

Нефть һәм газ химияһы сәнәғәтенең технологик кимәлен күтәреү, тармаҡта дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләрен, шулай уҡ был продукция баҙарын монополияға ҡаршы көйләү проблемаларын тикшереү планлаштырыла.

Кәңәшмәлә федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, ҡайһы бер төбәктәр башлыҡтары, Рәсәйҙең нефтехимия һәм газохимия сәнәғәте предприятиелары етәкселәре ҡатнашасаҡ.