4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2009 йыл, 15:32

Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,8 проценттан ашмай

автор: Ғәлиә Нәбиева

—Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек кимәле халыҡтың иҡтисади әүҙем өлөшөнөң 1,8 процентын тәшкил итә, — тине бөгөн үткәрелгән матбуғат конференцияһындана БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. — Волга буйы федераль округының башҡа субъекттарында был күрһәткес 1,6-нан 3,2 процентҡа тиклем тәшкил итә.

2008 йылға тиклем теркәлгән эшһеҙлек (мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә баҫҡан кешеләр һаны) 1,5 процент кимәлендә ине. 2008 йылдың октябренән иҡтисади көрсөк менән бәйле был күрһәткес үҫә башланы һәм 2009 йылдың апрелендә 2 процент тәшкил итте. Әлеге ваҡытта хәл тотороҡлана.

Мәшғүллек хеҙмәтендә 39 мең кеше эшһеҙлек буйынса иҫәптә тора. Шуларҙың 29 процентын йәштәр тәшкил итә, 7,6 проценты — пенсия алды йәшендәге кешеләр, 43 проценты — урта йәштәге граждандар.

темалар: мәшғүллек