Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

ӨДАТУ студенттары программалаштырыу буйынса донъя чемпионаты финалына сыҡты

Йәмғиәт

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары өсөн программалаштырыу буйынса донъя студенттар командаһы чемпионатының ярымфиналы яҡшы һөҙөмтә менән тамамланды.

Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Санкт-Петербургта үткән Төньяҡ-Көнсығыш Европа төбәге ярымфинал ярыштарында Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, дүртенсе курс студенттары Дамир Әхмәтйәнов, Дмитрий Марьин һәм бишенсе курс студенты Роман Нефедов 2010 йылдың 1-6 февралендә  Харбинда үтәсәк донъя чемпионаты финалында ҡатнашыуға әҙерләнә. Команда менән ӨДАТУ-ның иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы доценты Александр Фридлянд күнекмәләр үткәрә.

Әйтергә кәрәк, был егеттәрҙең бындай мәртәбәле ярышта тәүге тапҡыр ғына еңеүе түгел. 2006 йылда ӨДАТУ студенттары Сан-Антониола үткән (Техас, АҠШ) программалаштырыу буйынса донъя чемпионатының бронза призерҙары булды.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть