11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2009 йыл, 14:20

Дарыуханаларҙы тәьмин итеүгә контроль талап ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Респиратор вируслы инфекция һәм грипп эпидемияһы шарттарында ҡала властарының дарыуханалар селтәре эшен контролгә алыуы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был турала бөгөн мэриялағы кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Бигерәк тә дарыуханаларҙы вирусҡа ҡаршы препараттар һәм марля битлектәр менән тәьмин итеү проблемаһы киҫкен тора, — тине мэр. – Ошо көндәрҙә беҙ ҡаланың 21 дарыуханаһында тикшереү үткәрҙек һәм марля битлектәрҙе уларҙың береһендә генә таптыҡ. Грипты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн кәрәкле дарыуҙар ҙа етешмәүе тойола. Мәҫәлән, күп дарыуханаларҙа «Арбидол»дан башҡа бер нәмә лә юҡ.

Грипп менән сирләүселәр артыуы шарттарында дарыуҙарға хаҡтарҙы арттырыу проблемаһы ла күҙәтелә. Павел Качкаев әйтеүенсә, шул уҡ «Арбидол»дың хаҡы ҡаланың муниципаль дарыуханаларында 214 һум торһа, коммерция дарыуханаларында был препарат күпкә ҡиммәтерәк.