6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2009 йыл, 14:19

Башҡорт балетын Мексикала күрәсәктәр

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артистары Мексикаға гастролгә китә. Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, труппа 23 ноябрҙән 25 декабргә тиклем булмаясаҡ.

Үҙҙәренең ай буйына булмау арауығын балет артистары алдан тулыландырырға ҡарар итте. Матбуғат вәкилдәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта театр репертуарында балет спектаклдәренең күп булыуы тап ошо алда торған сәфәр менән бәйләнгән. 16 октябрҙән 15 ноябргә тиклем осорҙа ғына опера һәм балет театрында 15 балет спектакле күрһәтелде, йәғни спектаклдәр көн аша барҙы.

Сәфәр ваҡытында Башҡортостан бейеүселәре  Петра Чайковскийҙың «Щелкунчик» рус  классик балетын ҡуясаҡ. Труппаға балет педагог-репетиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Елена Фомина етәкселек итә.

темалар: гастролдәр