8 декабрь, Кесе йома

17 ноябрь 2009 йыл, 11:39

Ғинуар-октябрҙә социаль-иҡтисади үҫештең айырым күрһәткестәре

автор: Марият Артюхова

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең айырым күрһәткестәрен баҫып сығарҙы.

Мәҫәлән, был осорҙа ойошмаларҙың әйләнеше 1,1 триллион һум тәшкил иткән. Шуның 124,8  миллиарды октябргә тура килгән. 669,7 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар тейәп оҙатылған, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған.

Көрсөк күренештәренә ҡарамаҫтан, иҡтисад аҡрынлап көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә яҡынлаша.  Ғинуар-октябрь йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 94,1 процент тәшкил иткән (беренсе ярты йыллыҡта — 92,5 процент).

Эшмәкәрлектең “Төҙөлөш” төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме 58,3 миллиард һум кимәлендә. Республика иҡтисады торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса былтырғы кимәлгә сыға алды. Тапшырылған торлаҡтың дөйөм майҙаны 1,6 миллион квадрат метрҙан ашып китте.

Төбәктең агросәнәғәт комплексында етештерелгән продукция күләме аҡсалата сағылышта 88,2 миллиард һум тәшкил итте. Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше, йәмәғәт туҡланыуы һәм халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү күләме 357,4,  14,4 һәм 286,4 миллиард һум тәшкил итте.

Башҡортостанда 1 октябргә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны – 39 мең.

Ҡулланыу хаҡтары, тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар индексы 107,4 процент тәшкил итте. Ә сәнәғәт тауарҙары етештереүселәрҙең хаҡтар индексы — 135,9. Шуны ла әйтергә кәрәк, октябрҙә күрһәтелгән төркөмдәр буйынса хаҡтар кимәле сентябрҙәгенән кәмерәк булды – индекс 99,8 һәм 98 процент тәшкил итте.

темалар: статистика