6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2009 йыл, 11:07

Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре - башҡорттарҙың тупланып нығыныуына яңы этәргес

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре тамамланды. Был сара БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыу тантанаһын билдәләгән 2007 йылда башланған проекттың уңышлы дауамы булды. Проект Силәбе өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре менән башланды. 2008 йылда республикала  Ырымбур башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтте. Быйыл иһә эстафета Кама буйы башҡорттарына күсте.

Форум ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә мөһим сара булып торҙо. Ул Пермь крайы башҡорттарының үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү, уға киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, республика халҡын Пермь башҡорттары ижады менән таныштырыу, туған телебеҙҙе һаҡлау, милләттәштәребеҙҙең үҙаңын үҫтереү, ике яҡ араһында төрлө йүнәлештә ныҡлы бәйләнеш булдырыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп уҙғарылды.

Башҡорттар Пермь крайының барлыҡ төбәктәрендә йәшәй.  Бөгөн бында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

Улар күп быуат элек тарихи илдәренән күсеп килеп, яңы ерҙәр үҙләштергән һәм тормош көтөү өсөн уңайлы яҡтарҙы үҙҙәре һәм балалары, ейәндәре өсөн ғүмерлеккә йәшәү урыны итеп һайлаған заттарҙың нәҫел дауам итеүселәре.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов  һөйләүенсә,  әле крайҙа башҡорт халыҡ вәкилдәре тырышлығы менән ете районда башҡорт ижтимағи ойошмаһы һәм башҡорттарҙың төбәк ҡоролтайының уңышлы эшләй, Башҡортостандан һәр саҡ ярҙам булып тора. Төбәктә беренсе ҡоролтай Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан 2000 йылдың июнендә ойошторолған.

2006 йылда Чернушки ҡалаһында "Оран" башҡорт мәҙәниәте һәм теле үҙәге асылған. Пермь крайы етәкселеге, район хакимиәттәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте һәр яҡлап ярҙам күрһәткән. Үҙәктең асылыуы Пермь крайының көньяҡ райондарында йәшәүсе башҡорттар өсөн бик әһәмиәтле. Тирмәләр, мәктәптәргә компьютерҙар, методик баҫмалар, фольклор ансамблдәр өсөн музыкаль инструменттар һатып алынды. Шулай уҡ Балалар ижады үҙәгендә "Оран" үҙәгенең махсус методик кабинеты булдырылды.

Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә  крайҙың Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм дөйөм коммуникациялар министрлығы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Пермь крайы башҡорт һәм татарҙары милли-мәҙәни ойошмаһы, Пермь крайы башҡорттары “Ҡоролтай” йәмәғәт ойошмаһы, Пермь крайы губернаторы хакимиәте етәкселәре һәм вәкилдәре, ижади коллективтар ҡатнашты.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә төбәккә арналған күргәҙмә эшләне, крайҙың Барҙа, Чернушки, Октябрьский, Ҡуяҙы, Пермь, Көнгөр, Уса райондарынан килгән үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының ҙур концерты булды.

Пермь крайының  Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм дөйөм коммуникациялар министрлығы белгесе Елена Шумкова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Пермь крайының  Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм дөйөм коммуникациялар министрлығы милли  ижади коллективтарҙың, милли йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай һәм ярҙам итеп тора. Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттары көндәре – башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә генә түгел, ә бөтә крайҙың мәҙәниәте өсөн мөһим һәм әһәмиәтле сара ул. Сағыу проекттың лайыҡлы дауамы булыр, тип өмөт итәбеҙ.

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының бүлек етәксеһе Шәфҡәт Тутаев фекеренсә, Пермь башҡорттары көндәре  бәйләнештәрҙе, төрлө яҡлап хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытасаҡ ҡына. Пермь крайы башҡорттарын бергә туплаясаҡ һәм Башҡортостан менән бәйләнеште нығытыуға, уларҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов  һөйләүенсә, Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре –башҡорт халҡының тупланып нығыныуына  яңы  дәртләндереүсе көс булып тора.

темалар: Милли сәйәсәт