8 декабрь, Кесе йома

17 ноябрь 2009 йыл, 9:40

“Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы производство сафҡа индерелде

автор: Ольга Горюнова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан  Республикаһы Президенты  М.Ғ. Рәхимов  “Каустик”  асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Бында  яңы  инновацион производство  – винилхлорид-поливинилхлорид  етештереүҙә технологик   инновациялар  сафҡа индерелде.

Һуңғы  өс  йылда предприятиеның  инновацион сәйәсәте үрҙә әйтелгән продукттарҙы  йылына 200 мең тоннаға тиклем етештерелә башлауға һәм 2012 йылға йылына 400 мең тоннаға еткереү өсөн база булдырыуға ҡайтып ҡала.

Идарасы акционерҙар винилхлорид-поливинилхлорид  комплексы буйынса инвестиция программаһын төҙөгәндә Рәсәй һәм донъяның конкуренциялы мөхитендә винилхлорид-поливинилхлорид  баҙарының  бөгөнгөһө  һәм киләсәге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ентекле өйрәнеп һәм дөйөмләштереп,  ҡуйылған бурыстарҙы  тормошҡа  ашырыу  этаптарын билдәләне.

2007 йылдың ноябрендә Директорҙар советы тарафынан заводты үҫтереү стратегияһы ҡабул ителгәндә суспензиялы  поливинилхлорид производствоһы проект ҡеүәте йылына 120 мең тонна тәшкил иткән ҡоролманан һәм 1966 йылдан бирле файҙаланылған йылына 30 мең тонна етештереүсәнлекле иҫке ҡорамалдан тора ине. Уны файҙаланыуҙан сығарырға, 1996 йылда реконструкция үткән ҡеүәттәр базаһында планлаштырылған инновацияларҙы ғәмәлгә индерергә ҡарар ителде. Бынан ары суспензиялы  поливинилхлорид ыҫмалаһы алыу ҡоролмаһының ҡеүәте йылына 200 мең тонна тәшкил итәсәк.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,6 миллиард һум тип билдәләнә.

Республика Президентына башҡарылған эштәр хаҡында һөйләнеләр. Атап әйткәндә, ҡеүәтле мейес монтажланған, дүрт яңы градирня, һыуытҡыстар, конденсаторҙар, насос, компрессор ҡоролмалары ҡуйылған, һыу әҙерләү узелында ҡайһы бер яңы технологик эшләнмәләр ғәмәлгә индерелгән.

ПВХ етештереү цехында яңы киптереү мейесе, ике центрифуга, йылылыҡ алмаштырғыстар, дегазация колоннаһы монтажланған, “Меllеrs” фирмаһы етештергән  икенсе ыҫмала төрөү линияһы эшкә ҡушылған, пневмотранспорт һәм янғын һүндереү системаһы өсөн яңы ҡоролма ҡуйылған.

Уникаль инновацион ҡарарҙар иҫәбендә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр өҙлөкһөҙ дозаларға бүлеү технологияһын тәьмин итеүсе ҡоролма һатып алынған һәм монтажланған.

Бынан тыш, газ, һыу, быу, конденсат биреү һәм коммуникациялар һәм башҡа үткәргес материалдар һалынған, электр кабелдәре һәм ҡорамалдары өсөн эстакада ҡоролған. Аҡса һалыу күләме ярайһы уҡ ҙур: энергия менән тәьмин итеү объекттарын һатып алыу һәм монтажлау заводҡа 166,5 миллион һумға, ВХ-ПВХ комплексының технологик процестарына идара итеү системаларын ҡайтанан йыһазландырыу 201 миллион һумға төшкән.

Винилхлорид-поливинилхлорид етештереүҙең технологик инновацияларын ғәмәлгә индереү барышында ҡорамалдар әҙерләүгә, эштәр башҡарыуға  үҙебеҙҙең  һәм сит илдәрҙең 32 компанияһы йәлеп ителгән. Әммә Башҡортостан Республикаһы, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ ойошмаларына өҫтөнлөк бирелгән.

Үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең төп поставкалаусылары, проекттар эшләүселәре менән хеҙмәттәшлек итеп, “Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре сроктар буйынса ла, финанслауҙа ла ҡәтғи билдәләнгән графиктан бер көнгә лә артта ҡалманы. Мәҫәлән, сараларҙы тормошҡа ашырыу барышында 2009 йылдың 1 октябренә өҫтәмә хаҡҡа һалымды иҫәпкә алмайынса 1 530 569 мең һум үҙләштерелгән.

Шуны билдәләргә кәрәк:  производствоны  модернизациялағанда  тәбиғәтте һаҡлау сараларына айырым иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, атмосфера һауаһы мониторингы системаһы булдырылған. Инвестициялар күләме 9,178 миллион һум тәшкил иткән. Санитария-һаҡлау  зонаһы проекты эшләнгән.  Быға  5,154 миллион һум тотонолған. Биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауға 106 миллион һум аҡса һалынған.

2009–2010 йылдарҙа шлам туплағыстарҙа төпрәне механик һыуһыҙландырыу буйынса 61,327 миллион һумлыҡ проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Киләсәктә предприятие етештереү ҡеүәттәрен арттырыуҙы дауам итергә ниәтләй. Предприятие белгестәре программаны тормошҡа ашырыуҙа яңы мөмкинлектәр эҙләй. 2009 йыл башында ПВХ етештереү лабораторияһында юғары һөҙөмтәле һәм уникаль модификациялаусы өҫтәмә алынған. Ул төрлө маркалағы ПВХ алыу процесында файҙаланыла.

БР Президенты Мортаза Рәхимов яңы производство менән танышып сыҡты, процестың техник яҡтары, шулай уҡ етештереү ҡеүәттәрен арттырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.  Әле яңыртылған линияла йылына 200 мең тонна продукция етештерә алалар, әммә сеймал етерлек күләмдә булған осраҡта (ә ул үҙебеҙҙә етештерелә һәм “ Салауатнефтеоргсинтез” тарафынан тәьмин ителә) продукция сығарыуҙы йылына 20-30 мең тоннаға арттырырға мөмкин.

Ошондай уҡ проект Түбәнге Новгородта “СИБУР” холдингы тарафынан тормошҡа ашырыла.

Әле  Рәсәйҙә  ПВХ-ға ихтыяж йылына 900 мең тонна тәшкил итә. “Каустик”тың модернизацияланған  ҡеүәттәрен эшкә ҡушыу менән  илдә поливинилхлорид  етештереү йылына 550 мең тоннаға етәсәк.

темалар: Сәнәғәт