3 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2009 йыл, 9:22

Указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ватандаштарыбыҙ менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын 2010 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Указға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты составын раҫларға һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек, уны финанслау һәм үткәреү буйынса саралар планын эшләргә ҡушылды.

Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.