Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө 2013 йылда йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәреүгә заявка бирҙе

Йәмғиәт

Австрияның Зальцбург ҡалаһында Халыҡ-ара биатлонсылар союзы (IBU) башҡарма комитеты ултырышы үтте. Башҡортостан баш ҡалаһы – Өфө 2013 йылда йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын үҙендә үткәреүгә заявка бирҙе.

Ә Мордовия баш ҡалаһы – Саранскиҙа йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты 2010 йылда уҡ үтеүе ихтимал. Был турала «Весь спорт» спорт мәғлүмәте агентлығына Халыҡ-ара биатлонсылар союзының беренсе вице-президенты, Рәсәй биатлонсылар союзы президиумының вице-президенты, дүрт тапҡыр олимпиада чемпионы Александр Тихонов хәбәр итте:

— Хәҙерҙән үк күп ҡалалар һәм илдәр йәйге биатлон буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙы үткәрергә теләк белдерә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта мин Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәйге биатлон буйынса турнирҙар серияһы идеяһын эшкәртәм. Илебеҙ был яҡтан артта ҡалмауы һөйөндөрә. Башҡортостан баш ҡалаһы Өфө 2013 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә заявка бирҙе, тип хәҙер инде рәсми рәүештә әйтергә мөмкин, – тине Тихонов.  

Теги: биатлон
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть