5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2009 йыл, 16:47

Нефтекамала романс башҡарыусылар конкурсы үтәсәк

автор: Рәфил Сәхәбутдинов

Киләһе аҙнала, 24 -25 ноябрҙә, Нефтекама ҡалаһында “Романсиада -2009” республика романс башҡарыусылар конкурсы булып үтәсәк. Унда профессиональ йырсыларҙан тыш, ун ике йәштән башлап үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала.

Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә: “профессиональ башҡарыу”, “ үҙешмәкәр башҡарыу”, “рус романсы өмөтө”. Был конкурсҡа республиканың  романстарҙы иң яҡшы  башҡарыусылар йыйыласаҡ.

Конкурсты асыу һәм уның беренсе туры 24 ноябрҙә 15 сәғәттә Балалар музыка мәктәбендә була, икенсе тур – шул уҡ көндө 18 сәғәттә, финал туры – 25 ноябрҙә 12 сәғәттә үткәреләсәк.

Конкурсты тантаналы ябыу һәм гала-концерт 25 ноябрҙә 19 сәғәттә “Нефтселәр” мәҙәниәт һәм ижад һарайында үтәсәк.

темалар: Конкурстар