7 декабрь, Шаршамбы

16 ноябрь 2009 йыл, 16:16

Мортаза Рәхимов Константин Цицин менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

16 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Бында һүҙ күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программаларын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ алып барылды.

Мортаза Рәхимов фекеренсә, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды тураһында» федераль закон торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың республика тармағын үҫтереү өсөн яҡшы стимул булып тора.  

— Фонд средстволары иҫәбенә Башҡортостанда торлаҡ фондын капиталь ремонтлау, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Проект бик мөһим һәм һиҙелерлек файҙа килтерә, — тип билдәләне Мортаза Рәхимов.

2009 йылда республикала, дөйөм алғанда, 8,6 миллиард һумдан ашыу суммаға (шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә 6,4 миллиард һум күләмендә) авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереүҙең өс адреслы программаһы һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса ике адреслы программа тормошҡа ашырыла.

Константин Цицин республикала бүленгән средстволарҙы үҙләштереү буйынса үткәрелгән эште ыңғай баһаланы.

— Башҡортостанда берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр файҙаланыла. Башҡортостан менән Фонд араһында артабан да уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәм, — тип билдәләне Константин Цицин.