8 декабрь, Кесе йома

16 ноябрь 2009 йыл, 16:03

Альберт Хөсәйенов: “Өфө һәм Сухум дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер”

автор: Сергей Жидков

Абхазияла БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы мәнфәғәтен күҙәтеүсе Альберт Хөсәйенов  күптән түгел  ошо  республикала булып ҡайтты. “Башинформ “агентлығына биргән интервьюһында ул Абхазия өсөн бойондороҡһоҙлоҡто таныуҙан һуң  тәүге йылдың нисек үтеүе,  Рәсәй һәм уның төбәктәре, шул иҫәптән, Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙең үҫеше хаҡында һөйләне.

– Билдәле булыуынса, был бәләкәй генә республика – Рәсәй сиктәре эргәһендә  урынлашҡан сәләмәтләндереү учреждениелары тупланған ожмах мөйөшө. Совет йылдарынан алып, урындағы бюджеттың яҙмышы ял итеүселәр һәм туристарҙың һанына бәйле.  Былтыр Кавказда август айында булып үткән ваҡиғалар йылы диңгеҙле, әкиәттәге шикелле тылсымлы һауаһы менән дан тотҡан Абхазияға барыуҙан күптәрҙе өркөттө кеүек ине. Ысынлап та, Рәсәй һәм Башҡортостан туристик фирмалары был республиканан баш тартҡан булып, отолдо. Әммә бында халыҡ килеүҙән туҡтамай. Мәҫәлән, быйыл Абхазияла 1,5 миллион кеше булған. Үткән йылдар менән сағыштырғанда был күберәк, ләкин совет йылдары заманында бында 3,5 – 4 миллион кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Республикаға сит илдәрҙән күпләп киләләр. Был, үҙ сиратында, республикалағы тормош яйға һалына тигәнде аңлата. Йорттар төҙөлә, һәйкәлдәр реставрациялана. Сухумда, мәҫәлән, драма театры эргәһендә “Грифоны” фонтаны яңынан эшләй башланы, Дмитрий  Гулиаға һәйкәл ҡуйылған.

Рәсәй бында тыныс тормош гаранты булып тора. Быйыл үткән эшлекле форумда күп мәсьәләләр ҡаралды. Владимир Путин, Абхазия иҡтисадына  инвестициялар индереү мәсьәләһенә ҡағылып,  Рәсәй инвесторҙарына бөтә нәмәне лә һатып алырға кәңәш итте. Абхазияла, мәҫәлән, башҡорт эшҡыуарҙарын көтөп кенә торалар. Сөнки беҙҙең республиканың абхаз–грузин һуғышы ваҡытында аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүен оноторлоҡ түгел.

Бөгөн диңгеҙ буйындағы беренсе линия тулыһынса тиерлек һатып алынған. Мәскәү, Краснодар һәм Ставрополье крайҙары, Свердловск, Новгород  өлкәләре әүҙем. Башҡорт бизнесмендары өсөн дә бында берәй нәмә табыласаҡ. Мәҫәлән, Абхазия дәүләт университетының дүрт дөйөм ятағын тергеҙеүгә  алырға була. Йәйен бында Башҡортостан уҡыу йорттары студенттары һәм мәктәп уҡыусыларын ял иттереүҙе шарт итеп ҡуйырға була. Мин вуздарға мөрәжәғәт итеп ҡараным, ләкин был осраҡта етди инвестор талап ителә.

Бынан тыш, тиҙҙән 2010 йылға курорт пландары төҙөлә башлансаҡ, туристик фирмаларҙың  һуңламауын теләр инем мин.

Ғөмүмән, эшләргә теләк белдереүселәр өсөн эш күләме байтаҡ. Республиканан Абхазияға автобустар, троллейбустар һатырға була.

Хәйер,  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр  бүлеге начальнигы Руслан Мирсаяпов  хәбәр итеүенсә, Сухумдан республиканың баш ҡалаһы менән тура бәйләнеш, хеҙмәттәшлек  урынлаштырыу тураһында тәҡдим алынды. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү тейешле инстанцияларҙы үтеп, төҙәтмәләр индерелеп,  тиҙҙән  рәсми рәүештә ҡабул ителергә тейеш. Әлегә уның датаһы ла, ҡул ҡуйыласаҡ урын ла  билдәле түгел. Документтың рәсми атамаһы – “Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы  ҡала округы һәм Абхазия Республикаһы Сухум ҡалаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында  килешеү”.