7 декабрь, Шаршамбы

16 ноябрь 2009 йыл, 15:46

Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы символикаһын эшләүгә конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы Уҡытыусы йылы эмблемаһын һәм Рәсәй йәмғиәтендә педагог һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән социаль реклама сценарийын эшләүгә асыҡ конкурс башланыуы тураһында иғлан итте.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “эшләнгән символика миллионлаған рәсәйҙәрҙең күңеленә ауаздаш булырға, һәр кешенең һәм бөтә йәмғиәт тормошонда Уҡытыусының роле тураһында иҫкәртеп торорға, был һөнәрҙең юғары статусын тергеҙергә һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй педагогының хәҙерге заман образын булдырырға ярҙам итергә тейеш”.

Эмблема таныу һәм күрһәтеү билдәһе булып торасаҡ һәм Уҡытыусы йылы сиктәрендәге бөтә сараларҙа һәм материалдарҙа ҡулланыласаҡ.

Конкурс эштәре быйыл 15 декабргә тиклем ҡабул ителәсәк. Унда реклама һәм дизайн белгестәре, шулай уҡ педагогтарҙы, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, уҡыусыларҙы, студенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен индереп, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша ала. Эштәрҙе ҡабул итеү һәм жюри ағзаларының уларҙы баһалауы ижади конкурстар ойоштороуға махсуслашҡан E-generator.ru интерактив система сайтында алып барыласаҡ.

Конкурста еңеүселәр ойоштороусыларҙан аҡсалата приздар аласаҡ. Уҡытыусы йылының иң яҡшы эмблемаһы (график билдә): беренсе урын – 100 мең һум, икенсе урын (ике ҡатнашыусы) – 60 мең һум, өсөнсө урын (өс ҡатнашыусы) – 30 мең һум.

Сараның генераль партнеры булып уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн Ҙур тәнәфес интернет-порталы сығыш яһаясаҡ. Бында бөтә эштәр Уҡытыусы йылының «Иң яҡшы эмблемаһы» (график билдә) номинацияһында урынлаштырыласаҡ. Интернет-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы эмблема билдәләнәсәк һәм махсус приз тапшырыласаҡ.

темалар: Конкурстар