Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сифат мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Йәмғиәт

«Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында сифат мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға» конкурсына йомғаҡ яһалды.

«Газета һәм журнал баҫмалары» номинацияһында беренсе урын «Кызыл таң» гәзите журналисы Иҙрис Сәйетғәлиевҡа бирелде. Икенсе урында – «Туймазинский вестник» хәбәрсеһе Эмиль Мусин. Өсөнсө урынды “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Моторостроитель» гәзите хеҙмәткәрҙәре Ирина Исламова менән Петр Маков яуланы.

«Радиотапшырыу» номинацияһында — Зөһрә Арсаева («Даирә» ижади берекмәһе), «Телевизион тапшырыу» номинацияһында Эльвира Кәшфиева («Вести-Башкортостан») еңде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть