9 декабрь, Йома

16 ноябрь 2009 йыл, 14:14

Башҡортостан өҫтәмә средстволар алыуға дәғүә итә

автор: Эльвира Латыпова

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары уңышлы үҙләштерелә. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программалары үтәлә.

Башҡортостан 2010 йылда бер миллиард һум самаһы күләмдә өҫтәмә финанслау алыуға иҫәп тота. Бының өсөн бөтә программалар буйынса 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем отчет бирергә кәрәк. Был хәлдән килерлек бурыс, һәм ул үтәлергә тейеш, тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. Киләһе йыл бюджетына ҡушма финанслауҙы тәьмин итеүгә средстволар һалынған да инде.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлаҡ итеү фонды средстволарын үҙләштереүе тураһында БР Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә һүҙ алып барылды. Унда дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин ҡатнашты.

Башҡортостанда Фонд комиссияһы эшләне, ул Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта программаның үтәлешен тикшерҙе. Тәьҫораттар, дөйөм алғанда, ыңғай.