4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2009 йыл, 13:52

Нефаз автобусы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы лауреаты булды

автор: Любовь Колоколова

VDL-НефАЗ-52996 («Лексио») ҡала-ара автобусы  «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программа-конкурсының «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында лауреат булды.

«Лексио» автобусын VDL корпорацияһы менән берлектә «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығара. 2008 йылдан уны сериялы етештереү үҙләштерелде. Үҙ техник характеристикаһы буйынса ул туристик класс автобустарынан ҡалышмай: Европа стандартындағы DAF двигателе, һауаны кондициялау системаһы менән йыһазландырылған. Уңайлы салонда 60 ултырғыс урынлаштырылған.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре һүҙҙәренә ҡарағанда, «Лексио» автобусы автобус техникаһы баҙарында конкуренцияға һәләтле. Бындай моделде киң файҙаланыу ҡала-ара пассажир йөрөтөүҙәрҙе яңы кимәлгә күтәрергә ярҙам итәсәк.

Әйтергә кәрәк, «НефАЗ» продукцияһының сифаты йыл һайын федераль һәм республика конкурстары, шулай уҡ төрлө халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләре наградалары менән раҫлана.