5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2009 йыл, 12:51

Өфөлә Пермь башҡорттарына арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте

автор: Марина Шумилова | фото: Айваз Галяутдинов

Өфөлә Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Пермь башҡорттары: тарих, заман һәм рухи үҫеш перспективалары” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда Пермь крайы делегацияһы – дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының төбәк бүлексәләре етәкселәре, шулай уҡ беҙҙең республиканың  дәүләт власы органдары вәкилдәре, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы активы ҡатнашты.

Әңгәмәнең төп темаһы – Кама буйы башҡорттарының туған телен һаҡлау, ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре.

Ғәйнәләр йәшәгән ауылдар хаҡында мәғлүмәттәр ХVIII-ХIХ быуаттар сығанаҡтарында йыш осрай. Пермь өйәҙендә Ҡуян һәм Ҡолтай тигән боронғо башҡорт ауылдары ла булған. Әле бөгөн дә ошо ауылдарҙың исемен һаҡлаған Барҙа, Березники, Елпачиха, Краснояр, Күҙемйәр, Яңы Әшәп ауыл Советтары бар, Ҡуян менән Ҡолтай ауыл Советтары ла һаҡланган. Пермь ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта Ҡуян ауылы (Тасим) ята. Был билдәле руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылы һәм ул XVIII быуат урталарында урта Уралда руда сәнәғәтенең үҙәге була.

Пермь крайында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. 16 меңдән ашыуы үҙенең туған теле тип башҡорт телен иҫәпләй. Ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек Милләт-ара  бәйләнештәр, ғилми-техник һәм мәҙәни  хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә алып барыла. Пермь башҡорттарының ойошоп, бер-береһе менән аралашып, ырыуҙаштары менән бәйләнеште өҙмәйенсә йәшәүен хәстәрләп, республика ҙур ярҙам күрһәтә.

Төбәктә беренсе ҡоролтай Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан 2000 йылдың июнендә ойошторолған.

2006 йылда Чернушки ҡалаһында "Оран" башҡорт мәҙәниәте һәм теле үҙәге асылды. Уны асыуҙа крайҙың эске сәйәсәт департаменты күп көс һалды. Пермь крайы етәкселеге, район хакимиәттәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Үҙәктең асылыуы Пермь крайының көньяҡ райондарында йәшәүсе башҡорттар өсөн бик әһәмиәтле булды. Тирмәләр, мәктәптәргә компьютерҙар, методик баҫмалар, фольклор ансамблдәр өсөн музыкаль инструменттар һатып алынды. Шулай уҡ Балалар ижады үҙәгендә "Оран" үҙәгенең махсус методик кабинеты булдырылды.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ҡалала милли көрәш түңәрәге үҙ эшен башланы. Төбәк-ара бәйгеләр йыш үткәрелә.

Пермь крайында башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ярҙамы менән  1997 -  2004 йылдарҙа капиталь ремонттан һуң тәүге мәсет үҙ ишеген асты. Дин тотоусыларға был, әлбиттә, ҙур бүләк булды.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхөмәтйәнов һүҙҙәре буйынса, ғәйнә башҡорттары үҙҙәренең тамырҙарын онотмаған, милли мәҙәниәтте, телде һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға күп көс һала.

“Түңәрәк өҫтәл”де  тамамлап, ике төбәктең хөкүмәттәренә лә ҡаралған мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрҙе еткеререгә ҡарар ителде. Мәҫәлән,  Башҡортостан һәм Пермь крайы араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-ғилми һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеү төҙөү, Башҡорт юлдаш телевидениеһы,”Юлдаш” радиоһы  тапшырыуҙарын трансляциялау кәрәклеге.

Быларҙың барыһы ла Пермь крайы башҡорттарын  бергә туплаясаҡ һәм Башҡортостан менән бәйләнеште нығытыуға, уларҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: Милли сәйәсәт