9 декабрь, Йома

16 ноябрь 2009 йыл, 12:44

«Санкт-Петербург – Рәсәй төбәктәре» эшлекле миссияһы килде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Өфөгә «Санкт-Петербург – Рәсәй төбәктәре» мәғлүмәт-эшлекле миссияһы килде. Делегация составында РФ Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Головнев, Санкт-Петербург Хөкүмәтенең Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Петрук, башҡа рәсми кешеләр.

Сәфәр сиктәрендә Санкт-Петербург предприятиелары Конгресс-холда үҙ продукцияһы экспозицияһын урынлаштырасаҡ. Төньяҡ баш ҡаланың эшлекле даирәләре вәкилдәре ҡала менән таныштырыуҙы ойошторасаҡ һәм «Санкт-Петербург – Башҡортостан Республикаһы мәғлүмәт-эшлекле миссияһы» түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашасаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында Санкт-Петербург һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарының төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса осрашыуы үткәреләсәк. Ике яҡ вәкилдәре эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм уға ярҙам итеүҙе закондар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ уларҙың федераль һәм төбәк аспекттарын тикшерәсәк.

Эшлекле миссия ике көн дауам итәсәк.