5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2009 йыл, 12:22

Хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса ҡыҙыу линия үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

24 ноябрҙә 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау! Егеттәрҙе армияла хеҙмәт итеүгә әҙерләү системаһы” темаһына “ҡыҙыу линия” үткәрә.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу барышында граждандарға психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, иғтибар үҙәгендә — Рәсәй Федерацияһы граждандарын 2009 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыу үҙенсәлектәре.

Һорауҙарға БР саҡырыу комиссияһының төп составы секретары Николай Черетов, БР Хәрби комиссариатының врач комиссияһы рәйесе Роберт Йыһангиров, БР Хәрби комиссариатының матбуғат секретары Гүзәл Шакирова, юғары категориялы педагог-психолог, Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгенең «Ватанға хеҙмәт итәм» программаһы етәксеһе Наталья Корнилова яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» телефоны — (347) 273-09-00. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала-ара элемтә буйынса шылтыратыуҙар бушлай.

темалар: йәштәр