Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

“Ҡала мөхите” V социаль реклама фестивале еңеүсеһе – Евгений Никонов

Йәмғиәт

“Ҡала мөхите”   V социаль реклама фестивале конкурсының Гран-прийы  баш ҡаланың “БезНебес” продакш-студияһы етәксеһе  Евгений Никоновҡа тапшырылды. Был  награда  уға  “Тәртиптәре аптырата” исемле наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге видеороликтар өсөн бирелде.

Евгений Никонов шулай уҡ  Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының  махсус призына  лайыҡ булды.

Фестиаль еңеүсеһе һөйләүенсә, ул етәкләгән продакш-студия биш йыл эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре реклама плакаттары, аудио- һәм видеороликтар әҙерләй.

– Мине  наркоманияның таралыуы, халыҡтың алкоголле эсемлектәр менән мауығыуы, әлбиттә, борсой,– тине “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә  Евгений Никонов.– Айырыуса  наркотиктар йоғонтоһона бирелгән йәштәрҙең яҙмышы хәүефкә һала. Бының менән бөтә ысулдары ҡулланып, көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙҙең  студияла беҙ тап шулай эшләргә тырышабыҙ ҙа инде. Беҙҙең роликтарҙы ҡарағандан һуң, йәштәр ниндәй тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен аңлаһындар ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть