Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Шаран ауылында спорт-сәләмәтләндереү комплексы асылды

Сәйәсәт

Шаран ауылында байрамса шарттарҙа “Газпромтрансгаз-Өфө” сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәтенең Шаран магистраль газүткәргестәр линия производство идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн “Шаран” спорт-сәләмәтләндереү комплексы асылды. Комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты, ул “Газпромтрансгаз-Өфө”нөң генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Сергей Пашин менән бергә ҡыҙыл таҫманы киҫте. Президент тәү башлап күнекмәгә килгән йәш спортсылар менән аралашты.

Байрам сараһын асып, республика башлығы, “спорт-сәләмәтләндереү комплексын асыу – бик мөһим эш, ә инде был ваҡиғаның Рәсәйҙә Йәштәр йылында һәм Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау йылында булыуы икеләтә ҡыуаныслы”, тип билдәләне.

Шаран районы спортсылары һәм артистары, “Теремок” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр юғары ҡунаҡтарға үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Тантана тамамланғас, Мортаза Рәхимов, ғәҙәттәгесә, район халҡы менән аралашты, ә һуңынан Шаран линия производство идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

***  

Яңы комплекс составына 555 квадрат метрҙан ашыу майҙан менән спорт залы инә. Бында мини-футбол, баскетбол, волейбол, бадминтон күнекмәләре үтәсәк. Дөйөм физик әҙерлек һәм аэробика өсөн 223 квадрат метрлыҡ тренажер залы ҡаралған. Комплекста шулай уҡ ярҙамсы биналар урынлашҡан: гардероб менән вестибюль, кейенеп-сисенеү, душ, инвентарь, тренерҙар бүлмәләре һәм башҡалар. Эргәләге территория төҙөкләндерелгән, волейбол майҙансығы һәм автомашиналар ҡуйыу урыны ла ҡаралған. Дөйөм алғанда, комплексҡа тәүлегенә 176 кеше йөрөй ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть