Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта ит йәрминкәләре асылды

Иҡтисад

Стәрлемтамаҡ  ҡалаһында тәүге ит йәрминкәләре башланды. Уны ҡала хакимиәте ярҙамында  “Үҙәк”  универсаль сауҙа комплексы ойошторҙо. Йәрминкәлә республиканың Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары коллектив хужалыҡтары, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм фермерҙары ҡала халҡына сифатлы ит продукцияһы – йылҡы,һыйыр,сусҡа,һарыҡ,ҡош итен–  тәҡдим итте.

– Тәүге йәрминкә бик матур үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – тине ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Хәсәнов. – Ит күп, уның сифаты яҡшы, хаҡтары ла тешләшерлек түгел. Әлбиттә, халыҡ бик ҡәнәғәт. Бында тирә-яҡ райондарҙан килеүселәрҙән тыш, ситтән килгәндәр, хатта өфөлөләр ҙә, бар. Киләсәктә бындай йәрминкәләрҙе беҙ икенсе урында ла үткәрәсәкбеҙ. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һатыусыларға урын етәрлек буласаҡ.

“Рощинский”  совхозы  тәҡдим иткән продукция үҙенең ассортименты менән ҡыуандырҙы. Төрлө ит продукцияһынан тыш, һатыуға улар үҙҙәре бешергән икмәк тә сығарған, йәшелсә, емеш-еләк менән ҡыуандырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть