6 декабрь, Шишәмбе

13 ноябрь 2009 йыл, 17:30

Республиканың суд приставтары өй туйланы

автор: Елена Макушина

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы буйынса  Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы бинаһы тантаналы асылды.

Унда Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры, Рәсәй Федерацияһының баш суд приставы  Артур Парфенчиков һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Биш ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 4400 квадрат метр тәшкил итә. Бында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы буйынса  Федераль суд приставтары хеҙмәте аппаратынан тыш, бурыслыларҙы һәм уларҙың мөлкәтен  эҙләү  буйынса махсуслаштырылған  бүлек,  айырым башҡарма документтарҙы үтәү  буйынса махсуслаштырылған бүлек, Өфөнөң  Киров, Совет һәм Октябрьск райондары суд приставтары бүлектәре урынлашҡан.

Бина ла шулай уҡ заманса тренажерҙар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт залы, 140 кешегә иҫәпләнгән кәңәшмәләр залы булдырылған. Киләсәктә БР буйынса  Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының музейын асыу планлаштырыла – бының өсөн бина табылған да инде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бөгөн Өфөлә Суд приставтары көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтәсәк.  РФ  Президенты ҡарарына ярашлы юстиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы 1 ноябрь билдәләнә.

Суд приставтары хеҙмәте үҙенең төплө эшләүен иҫбатланы. 1997 йылдан алып суд ҡарарҙын үтәү  һөҙөмтәлелеге ике тапҡырҙан ашыуға  күтәрелгән.  Дәүләт өсөн  суд приставтары хеҙмәтенең эшмәкәрлеге рентабелле:  2009 йылдың  9 айында 4,3 миллиард һум түләтелгән, республиканың һәр бер суд приставына 7 миллиондан ашыу  тура килә.