Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Федераль суд приставтары хеҙмәте башлығы менән осрашты

Сәйәсәт

13 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикаға танышыу сәфәре менән килгән Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры Артур Парфенчиков менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Федераль һәм төбәк дәүләт власы органдарының суд алып барыу тәртибен үтәү буйынса берлектәге эш мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов, суд приставтары хеҙмәте граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө булып тора, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Артур Парфенчиков, Идаралыҡтың күп йүнәлештәр буйынса эш тәжрибәһе Волга буйы федераль округында алдынғы булып тора, тип билдәләне. Рәсәйҙең баш суд приставының һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда илдең башҡа төбәктәрендә суд приставтары хеҙмәттәре уңышлы файҙаланырлыҡ ҡыҙыҡлы эшкәртмәләр байтаҡ.

— Мин республиканың күп кенә алыҫ райондарында булдым һәм хатта унда ла ағымдағы мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы оператив хәл итергә булышлыҡ итеүсе мәғлүмәт технологиялары уңышлы файҙаланылыуын күрҙем. Һис шиһеҙ, Башҡортостан алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора, — тип билдәләне Артур Парфенчиков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть