8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2009 йыл, 16:50

Фирҙәүес Хисаметдинова:”Яңы, модернизацияланған, аҡыллы Рәсәйҙә һәр бер кеше, һәр бер милләт үҙен уңайлы хис итергә тейеш.”

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Президенты  Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа  Мөрәжәғәтнамәһе тураһында үҙ фекерен Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова белдерҙе.

— Дәүләт башлығының быйылғы  Мөрәжәғәтнамәһе уны әҙерләү ваҡытында уҡ йәмғиәттә киң тикшерелде һәм "Рәсәй, алға!"  программа мәҡәләһен тикшереү барышында әйтелгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлдө,- тине Фирҙәүес Хисаметдинова.-  Дмитрий Медведев мәҡәләлә илебеҙҙең артабанғы үҫешенең стратегик  йүнәлештәре аныҡ күрһәтелгән һәм, Президенттың үҙе әйтмешләй, был стратегияны бойомға ашырыу юлдары ла  бирелгән.

Фән хеҙмәткәре булараҡ, Мөрәжәғәтнамәлә фәнде үҫтереү өсөн шарттар булдырыу тураһындағы юлдар күңелемә ятты. Был йәһәттән Дмитрий Медведев өс тапҡыр хаҡлы.  Рәсәйҙе модернизациялау өсөн фәндең әһәмиәте тураһында Луи Пастерҙың һүҙҙәрен килтерергә була – “ аҡыл һәм аҡыл эшмәкәрлеге буйынса башҡа халыҡтарҙан алда барған халыҡ һәр ваҡыт алда буласаҡ”. Ғөмүмән,  “аҡыл” һүҙе Мөрәжәғәтнамәлә йыш ҡабатлана (аҡыллы иҡтисад, аҡыллы йәмғиәт, аҡыллы эске һәм тышҡы сәйәсәт, аҡыллы бина).

Президенттың фән һәм технологияларға  гранттар менән ярҙам итеүҙе киңәйтеү мәсьәләләренә туҡталыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Фән үҫешендә был, ысынлап та, перспективалы йүнәлеш. Беҙҙең институтты алған осраҡта ла, был гранттар ярҙамында байтаҡ эштәр башҡарылды.

Мөрәжәғәтнамәнең икенсе бүлеге – мәғариф, сөнки унһыҙ фәндең дә, ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итерлек йәмғиәтең дә булыуы мөмкин түгел. “Ҡуйылған маҡсаттарға ирешер өсөн мәктәптән үк яңы шәхес тәрбиәләргә кәрәк” тиеүсе Дмитрий Медведев, әлбиттә, хаҡлы. Киләсәк мәктәбенең, ижад һәм мәғлүмәт үҙәге булараҡ, положениелары ла дөрөҫ һәм ваҡытлы.

Әммә мине, Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеһенә ҡарағанда, “беҙҙең яңы мәктәптә” рухилыҡ, традициялар, Рәсәй халыҡтарының туған телдәре булмауы шикләндерә төштө. “Юғары технологиялы, конкурентлы доньяла йәшәргә һәләтле шәхес тәрбиәләү “, минең ҡарашҡа, 60-80-се йылдарҙағы америка тибындағы тамырҙарын онотҡан,  прагматик аҡыллы, рухи  һәм тормош ҡиммәттәре бөтөнләй булмаған, иретеү ҡаҙаны аша үткән кеше тәрбиәләүҙе хәтерләтә. Шул уҡ АҠШ-та “иретеү ҡаҙанынан” күптән баш тарттылар, унда ,мәҫәлән, мәҙәниәт һәм телдәрҙең күп һанлы булыуҙары өсөн сығыш яһайҙар.

Мөрәжәғәтнамәлә мәҙәниәтте үҫтереү тураһындағы юлдарҙы оло ҡыуаныс менән уҡып сыҡтым. Мәҙәниәтте үҫтереү өсөн ҡеүәтле инфраструктура булдырыу тураһында һөйләгәндә, дәүләт башлығы хаҡлы. Рәсәй төбәктәрендә, айырыуса, төпкөл ауылдарҙа,   мәғлүмәт технологияларын индереү – етди һәм ваҡытлы мәсьәлә. Әммә яңы мәғлүмәт технологиялары менән бергә ауыл мәктәптәренә, клубтарына  ватаныбыҙҙың классик, милли, этник мәҙәниәте өлгөләре барып  етерме икән. Сөнки бөгөн Рәсәй халыҡтарының бай мәҙәни мираҫы заманса технологиялар буйынса һанлы дискыларҙа бөтөнләй һаҡланмаған.